Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Октябрь 2022, 16:01

Юлдар төҙөкләндерелә

Белоретта Дауахана ҡаласығына табан Чапаев урамы буйлап (М.Ғафури һәм Ф.Алексеев киҫелешкән урамдар) юлды капиталь ремонтлау бара.

Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

Юлды “Башкиравтодом” йәмғиәте төҙөкләндерә.

Был юлға унда йәшәүселәрҙән дә, “тиҙ ярҙам” хеҙмәтенән ялыуҙар күп булды. Шуға ла яҙҙы көтмәй, подрядсы билдәле булыу менән юлды тигеҙләү эштәре башланды.

Килешеү ике йылға төҙөлгән, төҙөкләндереү эштәре икенсе йыл да дауам итәсәк. Асфальт, туҡталыштар алыштырыласаҡ.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: