Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
1 Декабрь 2022, 09:32

Евроконтейнерҙар килтерелде

“Экология” милли проектының мөһим бер йүнәлеше булып ҡалдыҡтар менән эшләү тора, был тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йоғонто яһай.  Яңы евроконтейнерҙар һатып алыу өсөн “Экология” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан субсидиялар бүленә.

Евроконтейнерҙар килтерелде
Евроконтейнерҙар килтерелде

Районға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 110 евроконтейнер килтерелде. Аҡһыл көрән төҫтәге бактар район һәм ҡаланың контейнер майҙансыҡтарында урынлаштырыласаҡ.

Аҡһыл көрән төҫтәге бактарға көнкүреш ҡалдыҡтарының ҡоро компоненттарын һалыу ғына ҡаралған. Тимәк, яңынан эшкәртеп булған – ҡағыҙ, быяла, ҡатырға, ҡалай ғына һалына. 

Белореттар! Был төҫтәге контейнерҙарға аҙыҡ менән ҡатнаш ҡалдыҡтарҙы һалмағыҙ. Аҡһыл көрән төҫтәге контейнерҙар  “ҡоро” сүп-сар өсөн генә тәғәйенләнгән. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу сүплектәрҙә һәм полигондарҙа сүп-сар күләмен кәметеү мөмкинлеге бирә. Киләсәк быуынға планетаны таҙа ҡалдырыу тигән һүҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: