Бөгөн, 15 апрель, шәмбе көнө беҙ ҙә иртә менән ҡаланың "Жәмиғ" мәсетен сүп-сарҙан, кипкән үләндәрҙән таҙартырға йыйылдыҡ. Мәсет ҡарамағындағы Попечителдәр советы рәйесе Рәшид Таһиров етәкселегендә совет ағзалары, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, "Гүзәл" туҡымалар салоны етәксеһе Резеда Сайдарова, дин әһелдәре, мәсеткә йөрөгән мосолмандар, барыһы ла бергәләп мәсеттең тирә-яғын таҙарттылар. Өйөмдәргә йыйылған кипкән үләндәрҙе машинаға тейәп, алып китеп торҙолар. Бер нисә йыл элек Резеда Сайдарова, медицина колледжи студенттары тарафынан ултыртылған шыршыларҙың үҫеп китә алмай кипкәндәрен ҡаҙып алдылар. Улар урынына яңылары ла ултыртылыр. Өмәселәр тырышып эшләне, изге эшкә ҡушылырға теләгәндәр өҫтәлеп кенә торҙо. Ураҙа айында халыҡтың изге эштәр менән шөғөлләнеүе ҡыуандыра.
Рамаҙан айы үтеп бара. Тиҙҙән Ураҙа байрамы етә. Теләгән теләктәр, уҡылған изге доғалар ҡабул булһын. Мәсеттәребеҙҙең баҡса-ихаталары таҙалыҡтан балҡып торһон. Ошо бәләкәй генә эштәр менән дә изге эштәр эшләргә мөмкин. Әйҙәгеҙ, берҙәмерәк, әүҙемерәк булайыҡ!