+3 °С
Болотло
Уның мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала «Инцидент менеджмент» һәм «Кире бәйләнеш платформаһы» мәғлүмәт системалары социаль селтәрҙәрҙә Өфөнән — 53, Мәләүез районынан — 49, Иглиндән — 27, Благоварҙан — 19, Нефтекаманан 17 ялыу теркәгән. Был исемлектә Өфө, Ишембай, Белорет һәм Дүртөйлө райондары ла бар.
«Ҡулланыусылар сүп-сарҙы йыйыу сифатына, контейнерҙар һәм майҙансыҡтарға үтеү менән бәйле проблемаларға, ҡалаларҙа, парктарҙа һәм урмандарҙа ятҡан сүплектәргә, ҡалдыҡтарҙы сортҡа айырып ташлауға зарлана», — тип билдәләне Елена Прочаковская.