Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
27 Май 2023, 00:16

"Шифа" икенсе йылға төҙөлөп бөтә

«Урал аръяғы–2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа «Шифа» балалар ял һәм һауыҡтырыу үҙәге төҙөлөшө менән танышты.  

"Шифа" икенсе йылға төҙөлөп бөтә
"Шифа" икенсе йылға төҙөлөп бөтә

Әлеге ваҡытта проектлау - инженер тикшеренеүҙәре, документтар әҙерләү һәм экспертиза үтеү эштәре бара. Һуңынан төҙөлөш эштәренә рөхсәт биреләсәк.

Объектты төҙөү хаҡы 3 млрд һум тәшкил итәсәк. Республика ҡаҙнаһынан капиталь грант күләме – 756 млн һум. Лагерь бер сменала 350 баланы ҡабул итә аласаҡ. Балаларҙың ял үҙәген асыу киләһе йылдың 1 сентябренә планлаштырыла, – тине Премьер-министр.
Лагерь биләмәһендә 7 автобусҡа иҫәпләнгән иркен туҡталҡа буласаҡ. Япма, шулай уҡ үҙәкләштерелгән багаж тапшырыу урыны ла ҡаралған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: