Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
11 Октябрь 2023, 15:37

Хужалыҡтарға - техника

Республика көнө алдынан Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  республиканың коммуналь хеҙмәттәренә һәм пассажир ташыусыларына яңы техника тапшырҙы. 

Хужалыҡтарға - техника
Хужалыҡтарға - техника

Предприятиелар 34 автосамосвал, 15 трактор, 12 фронталь тейәүсе һәм 9 троллейбус алды. 

Биләдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылда республика белорус һәм Рәсәй етештереүендәге 208 берәмек техника аласаҡ. Уларҙы һатып алыуға республика ҡаҙнаһынан 155 млн һум бүленгән, ҡалған 2 млрд һум 2028 йылға тиклем түләнергә тейеш.

Коммуналь-хужалыҡ техникаһы алыусы райондар исемлегендә Белорет та бар. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: