Республика йәмәғәт ойошмаһы Атайҙар көнө алдынан атайлыҡ ролен күтәреүгә, балаларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара үткәрҙе. Акцияла Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, республика “Ирҙәр ҡоро” рәйесе Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов ҡатнашты.
Был Башҡортостан “Ирҙәр ҡоро”ноң тәбиғәт ҡосағында үткәрелгән тәүге сараһы түгел. Ҡатнашыусыларға, бигерәк тә улдарына, 2021 йылдың октябрендә Бөрйәндәге “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына, 2022 йылдың октябрь айында Архангел районының Асҡын мәмерйәһенә ойошторолған походтары хәтерҙәрендә ҡалғандыр. Быйыл да «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сараны тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар Кесе Ямантауға артылып, Рәүәт ауылындағы шишмә сығанағын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты.
Рәүәт ауылынан Кесе Ямантауға тиклем 6 саҡрым. Ҡурай, гармунда уйнап артылғас, тауға менеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды акцияла ҡатнашыусылар. Йыр-моң менән бергә төньяҡ Уралдың хозур тәбиғәтенә экскурсия төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙе лә үҙ эсенә алды.
Инйәр-Рәүәт юлы буйлап тау битләүенән тау шишмәһе башланғыс ала. Сығанаҡ һыуының йомшаҡлығы һәм составы менән айырылып тора. Инйәр ауылы халҡының һәм сәйәхәтселәрҙең күбеһе бында һыу алырға, ял итергә туҡтай. Теүәл 150 йыл элек Рәүәт ауылына нигеҙ һалыусы Айыу Байдашев был урында шишмә ҡаҙа. Уландары ҡәҙерле кешеләре хөрмәтенә сығанаҡты “Атай шишмәһе” тип йөрөтә башлай. Йылдар үтеү менән сығанаҡ кәртәһе сереп, эшлектән сыға. Дим Йомағужин етәкселегендәге район ирҙәр ҡоро ағзалары, Рәүәт ауылы старостаһы Фуат Таһиров, Ғәмир Ғилманов, Ринат Шаһивәлиев, Иҫәнғәле Мырҙағәлин, Самат Бәхтиәров, Рәил Хисмәтуллин, аталы-уллы Андрей һәм Данил Пыянковтар йыйылышып шишмәне кәртәләп тә ҡуйҙылар. Материал менән Инйәрҙән эшҡыуар Хәлил Бәҙретдинов ярҙәм, Марс Хәйруллин, Ғәле Әхмәтов технкаһы менән ташып та ҡуйҙы. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Фәрит Фазылов һәм Ғәлинур Хафизов таҡталарҙы йышып бирҙе.
Инйәр ауылы хакимиәте һәм район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өмәселәрҙе тирмәлә тәмле аш-һыу, самауыр сәйе менән һыйланы. Төшкө аштан һуң, күмәкләшеп шишмә кәртәһен Башҡортостан әләме төҫтәренә буяп та ҡуйҙылар, шишмә тирәләтеп йәш үҫентеләр улттыртылар. Уҡ менән атыу буйынса көстәрен һынанылар. Еңеүселәрҙе республика “Ирҙәр ҡоро” етәксеһе Зариф Байғусҡаров бүләкләне.
Атай абруйы, уның бөгөнгө роле, атай менән ул араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыу ойошманың төп бурысы. Балаларҙы Интернет селтәрҙәрендә ултыртып ҡуйғансы, Башҡортостандың тәбиғәте, мөхите менән таныштырыу, әлбиттә, күпкә отошлораҡ. Ойошма шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Был сара һуңғыһы түгел, ти ойошма ағзалары. Алда тағы ҡыҙыҡтырғыс, мауыҡтырғыс саралар, сәфәрҙәр көтә, ойошма алдына бурыстарҙы үтәү маҡсаты тора.
Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.