Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
14 Октябрь 2023, 22:22

Берештамаҡта - күпер

Бөгөн Берештамаҡ ауылына юл төштө. Ауыл төҙөклөгө, таҙалығы менән бик оҡшаны. Була бит шундай күңелле генә ыҡсым, төҙөк ауылдар! Ауылдың матурлығына, таҙалығына, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, Берештамаҡ халҡы менән аралашып йөрөп ҡайттым.

Берештамаҡта - күпер
Берештамаҡта - күпер

Ауыл халҡы үҙ көстәре менән Береш йылғаһы аша күпер төҙөгән. Ошо тантанала ҡатнашып, берештамаҡтарҙың шатлығын уртаҡлаштыҡ. Ыҡсым ғына күперҙән уҡыусы балалар мәктәпкә, ололар фельдшер пунктына йөрөйәсәк. Мәктәптең матурлығы ла һоҡландырҙы. Унда быйыл өс "Үҫеш нөктәһе" асылған. Гәзиткә яҙылыу тураһында әңгәмәләшеп, ихлас аралаштыҡ. Асы ауылының уңған, һәләтле һәм данлы "Еңгәләр" халыҡ фольклор ансамбле сығышы берештамаҡтарға үҙе бер ҙур бүләк булды.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: