Быйылғы йылытыу осорона тиклем ауылдың берҙән-бер йылылыҡ менән тәьмин итеү сығанағы булып "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡаҙанлығы торған. Ун йыл дауамында предприятие бер нисә тапҡыр рентабелһеҙлеге арҡаһында ябылыу мәсьәләһен күтәрә.
Яңы ҡаҙанлыҡ төҙөүгә аҡса һалынып, быйыл проект-тикшеренеү эштәре башҡарылды һәм Олойылғала 3,0 мегаватт ҡеүәтле һыу йылытыу блок-модулле ҡаҙанлыҡ төҙөлдө. Ул заманса һәм энергияны һөҙөмтәле ҡуллана. Элекке йылылыҡ сығанағы яғыулыҡ сифатында тәбиғи газ менән сағыштырғанда һөҙөмтәлерәк булған ҡиммәтле мазутты ҡулланған.
Бөгөнгө көндә ҡаҙанлыҡ ете күп фатирлы йортто һәм өс социаль объектты йылыта. Һуңғы ике йылда районда өс ҡаҙанлыҡ төҙөлгән һәм яңыртылған, дүртенсеһе яңыртыла. Башҡортостан Хөкүмәте, республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының ярҙамдары ҙур.