Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Ғинуар , 13:38

Төрлө ярҙам күрһәтә

"Селена" урман сәнәғәте компанияһы - Тирлән ауылының төп предприятиеларының береһе. Бында урындағы халыҡтың күп өлөшө һәм ғаиләләре менән эшләй. Махсус хәрби операция зонаһына предприятиенан бер нисә ир-егет мобилизациялана һәм компания уларҙың ғаиләләренә  ярҙам күрһәтә. Мобилизацияланғандарҙың әсәләрен утын менән тәьмин итәләр, ҡыйыҡ һәм йорт яны территорияһын ҡарҙан таҙарталар.

Төрлө ярҙам күрһәтә
Төрлө ярҙам күрһәтә

Күптән түгел "Селена" хеҙмәткәрҙәре Шушпа ауылына - хәрби махсус операцияла һәләк булған ҡатнашыусы ғаиләһенә утын ташыны, Тирләндә мобилизацияланғандың әсәһенең ҡарын таҙартты. "Селена" махсус хәрби операция зонаһына даими рәүештә ағас, таҡта ебәрә.

Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, саралар үткәреү өсөн матди ярҙам күрһәтә. Бында компанияның директоры  Александр Кругловтың  ҡаҙанышы ҙур.

Бынан тыш, йыл һайын Беренсе Май урамындағы катокка һыу һибергә, байрамдарға ауыл сәхнәһен төҙөргә ярҙам итәләр. Күптән түгел компания хеҙмәткәрҙәре катокка килгән ауылдаштары өсөн йылы кейенеп-сисенеү  урыны әҙерләне (электр энергияһын тоташтырыу ғына ҡалды). Предприятие юлдарҙы таҙартырға ярҙам итә, ремонт өсөн төҙөлөш материалдары бүлә, ауыл майҙанына шыршы килтереү өсөн автокран бирә, фигуралар өсөн боҙ күтәрә, ҡыҫҡаһы, техника менән дә, эшсе ҡулдар менән дә, материалдар менән дә һәр төрлө ярҙам күрһәтә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: