Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
9 Апрель , 11:27

«Ярҙам итергә кәрәк»

Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы ташҡындан зыян күргән күрше Ырымбур өлкәһенә ярҙам итеү мәсьәләһен күтәрҙе.

«Ярҙам итергә кәрәк»
«Ярҙам итергә кәрәк»

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Орскиҙа Ерекле һыу һаҡлағысында дамба йырылған. Ике меңдән ашыу кеше өйҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булған.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә Ырымбур өлкәһендә 3,9 мең самаһы өй һәм 8,7 мең йорт яны участкаһы һыу аҫтында ҡалған, 6,1 меңдән ашыу кеше эвакуацияланған.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итеүенсә, кисә республикабыҙҙан Ырымбурға бер партия эсәр һыу оҙатылған. Бөгөн тағы бер партия һыу һәм дымлы салфеткалар ебәрергә әҙерләнәләр.

Радий Хәбиров күрше төбәккә кәрәкле бөтә нәмәләр менән ярҙам итергә ҡушты.

«Бәләгә тарыған яҡын күршеләребеҙгә ярҙам итеү зарур. Нимә һорайҙар - шуны ебәрегеҙ», - тине республика етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: