-4 °С
Болотло
Һүҙ Өфө-Инйәр-Белорет төбәк автомобиль юлындағы юл үткәргестәр тураһында бара. Был юл сәйәхәтселәр араһында бик популяр, шуға күрә япманы ремонтлауҙан тыш, уларҙағы күпер ҡоролмаларын тәртипкә килтереү мөһим. Барьер һәм яндауыр ҡоймалар ҡуйыу планлаштырыла. Үткән йылда унда әҙерлек эштәре алып барыла.
Бер объекттың оҙонлоғо - 41,2 метр, икенсеһенең оҙонлоғо - 107,2 метр. Ремонт график буйынса бара, эштәр йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
Юҡҡа ғынамы ни һәр оперативкала Радий Хабиров юл ремонтлау буйынса чиновниктарға ошо турала даими иҫкәртә!