Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Июнь , 15:05

"Ремонт эштәре башланасаҡ"

Белорет районында йылғаларҙың кимәле өс метрға күтәрелгән.  

"Ремонт эштәре башланасаҡ"
"Ремонт эштәре башланасаҡ"

Үткән тәүлектә Инйәр, Оло Инйәр йылғаларында, шулай уҡ уларҙың ҡушылдыҡтарында һыу кимәле ҡырҡа күтәрелгән. Был хаҡта муниципалитет башлығы Андрей Иванюта һөйләне.

Андрей Иванович әйтеүенсә, һыу ятҡылыҡтарындағы һыу кимәле өс метрға тиклем күтәрелгән. "Инйәр ауылының бер нисә участкаһын һыу баҫҡан. Был ауыл биләмәһе территорияһындағы күперҙәр янында юл япмаһы юйылған. Ноҡат-Айыс-Арышпар юлындағы йылғалар ярҙарынан сыҡҡан, күперҙе һыу баҫҡан, йырған. Хәҙер һыу кимәленең түбәнәйеү тенденцияһы күҙәтелә. Күҙаллауҙар ыңғай булһа, 24 сәғәт эсендә йылғаларҙың түбәнәйеүе көтөлә. Һуңынан ремонт эштәре башланасаҡ", - тине ул.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: