Күмәкләгән - яу ҡайтарған: кем аҡсалата, кем төҙөлөш материалдары менән ярҙам ҡылып, ҙурҙан өмә уҙғарҙыҡ. Зыяратты тимер ҡойма менән кәртәләп, ян-яғын тәртипкә килтерҙек. Шуныһы мәслихәт: Сосновка ауыл хакимиәте лә яҡшы эшкә үҙ өлөшөн индерҙе, тимер селтәр, сөй һәм башҡа беркетеү изделиелары менән ярҙам итте.
Өмә көндө ҡорбан салдырып, аят уҡытыуҙы һауаплы ғәмәл һанап, йыйылған аҡсаға һарыҡ һатып алдыҡ. Ир-егеттәр зыярат кәртәләгән арала, ҡатын-ҡыҙҙар ике ҡаҙан аҫып, ҡорбан итенән аш әҙерләне. Өмәгә сыға алмаған хужабикәләр ҙә ситтә ҡалманы - табынға бешеренеп йә аҡсалата ярҙам итте.
Өмәгә килгән Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Айрат ҡыҙы Минһажетдинова ошо эште ниәтләгән, атҡарып сыҡҡан, һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән Рысыҡай ауылы халҡына, һәр эштә алдан төшкән урындағы депутаттарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Әйткәндәй, өмәнән артып ҡалған аҡса һәм төҙөлөш материалдары киләсәктә ауылды төҙөкләндереү өсөн тотоноласаҡ.
Үҙ сиратымда, мәңгелек йортто тәртипкә килтереүҙә матди ярҙам күрһәткән, хәләл көсөн түккән барлыҡ ауылдаштарға, Сосновка ауыл хакимиәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Аллаһы Тәғәлә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер насип ҡылһын.
Люциә ШАЙМОРАТОВА.
Рысыҡай ауылы.