«Мөмкин булғанын тиҙ арала тергеҙегеҙ. Ҡалғанын графикка ҡуйып, муниципалитет башлыҡтары менән эшләргә кәрәк. Улар халыҡҡа ҡасан аҡса буласағын, емерелгән күперҙәрҙе, юлдарҙы ҡасан ремонтлай башлаясаҡтарын аңлатырға тейеш», – тине Радий Хәбиров. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һауа торошона бәйле, беҙҙе бер яҡшылыҡ көтмәй. Беҙ һәр ваҡыт ямғыр юҡ тип зарландыҡ, әммә хәҙер, дөрөҫөн әйткәндә, нимә эшләргә белмәйбеҙ. Ҡалала төҙөкләндереү туҡтап ҡалды, сөнки хеҙмәткәрҙәр эшкә сыға алмай. Өфөнөң яртыһын ҡаҙып бөттөләр, ә барыһы ла бер урында тора. Был да ҙур проблема».
Быға тиклем Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова Башҡортостанда ташҡында 22 саҡрым юл, 18 күпер, 3 һыу үткәргес торба зыян күреүе хаҡында хәбәр иткәйне.