Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
8 Август , 13:31

Ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң районда юлдарҙың ныҡ зыян күргән участкаларында юйылған юл япмаһын тергеҙеү дауам итә.

Ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә
Ямғыр эҙемтәләре бөтөрөлә

Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы көсө менән ике урында Олойылға-Ишле-Туҡан-Егәҙе автомобиль юлында япма тергеҙелгән.

Үрге Әүжән эргәһендәге Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автомобиль юлында емереклектәр бөтөрөлә, Ҡағы йүнәлешендәге автомобиль юлы ремонтлана.

Тирлән - Мәхмүт - Үрге Арша автомобиль юлының ун саҡрымлыҡ участкаһын тергеҙеү буйынса әҙерлек бара. Подрядсы эште август айында башларға ниәтләй.

Ремонтланған участкаларҙа хәрәкәт итеү сикләнмәй. Әммә беҙҙең район территорияһында тағы ла егермегә яҡын зыян күргән юл, йыуылған күпер бар. Әлегә бөтә тораҡ пункттарға ла барып етеү өсөн ваҡытлыса саралар күрелә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы менән кәрәкле ремонтҡа өҫтәмә финанслау бүлеү буйынса эш алып барабыҙ.

Автор:
Читайте нас: