Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
30 Ғинуар 2025, 14:33

Күпер төҙөкләндерелде

Былтырғы ҡойма ямғырҙарҙан райондың туғыҙ күпере, шул иҫәптән Шығай ауылындағы Олойылға йылғаһы аша күпер ҙә, зыян күргән ине.

Күпер төҙөкләндерелде
Күпер төҙөкләндерелде

Июлдә стихия күперҙең ағас таяуҙарын йыуып алып китә. Ауылдың ике өлөшөн тоташтырған автомобиль күпере зыян күреү сәбәпле, ярты йыллап шығайҙарға урау юл менән йөрөргә тура килә. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидиялар ярҙамында  күперҙәрҙе ремонтлауға 37,5 миллион һум аҡса бүленгән. Уҙған йылдың көҙөндә электрон аукционда "Евромонолитстрой" йәмғиәте еңеп сыға. Подрядсы иҫке күперҙе һүтеп, материал алып килә һәм яңы конструкция төҙөй башлай. Терәктәре - бетондан, арауығы металл япмаларҙан, ә күпер түшәме бетон юл плиталарынан эшләнгән. Яңы күпер 2024 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыла.

Төҙөлөш барышында ярҙам иткән Айнур Әбсәләмовты һәм Шәүҡәт Мәғәфүровты билдәләргә кәрәк. Шығай халҡы өсөн был мөһим һәм кәрәкле объект.

Күпер ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары мәнфәғәтендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

Автор:
Читайте нас