Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
23 Апрель 2025, 17:35

Брифингта Өфө - Инйәр - Белорет юлын ремонтлау тураһында һөйләнеләр

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында "юл" брифингы үтте. Программаны алып барыусы Руслан Шәрәфетдинов Өфө - Инйәр - Белорет юлы тураһында һорау бирҙе.

Брифингта Өфө - Инйәр - Белорет юлын ремонтлау тураһында һөйләнеләр
Брифингта Өфө - Инйәр - Белорет юлын ремонтлау тураһында һөйләнеләр

Йыл һайын 20-30 саҡрымлыҡ участкаларҙа ремонт үткәрәбеҙ. Ағымдағы йылда Белорет районында ремонт үткәреләсәк, хәҙер Ҡырмыҫҡалы районында ремонт башланған да инде, - тине Башҡортостандың юл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Рафиҡов. - Шулай уҡ күперҙәрҙе, тимер юл аша юл үткәргестәрҙе ремонтлайбыҙ. Был йүнәлештә эш алып барыла. Быға тиклем 2023-2024 йылдарҙа өс автомобиль юлы участкаһын хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү өсөн күтәрмәләр менән киңәйттек.

Руслан Шәрәфетдинов билдәләүенсә, “Ҡәйнә теле”нең юл япмаһына бәйле һорауҙар юҡ, ул яҡшы торошта тиерлек. Шулай уҡ ул был йылда трассала кәрәҙле элемтә барлыҡҡа килергә тейеш, тине.

Автор:
Читайте нас