Әлеге ваҡытта дүрт туҡталыш төҙөкләндерелә. Береһе - балалар поликлиникаһы янында, өсәүһе - Киров урамында. Өсәүһенең панелдәре алмаштырыла. Яңы металл ҡоймаларҙа лазерлы ҡырҡыу ысулы менән Белорет гербы һәм символикаһы, туҡталыштар атамаһы уйып яҙылған. Иҫке буяуҙары таҙартыла, металл өҫтө ике тапҡыр буяла.
Ҡайҙа кәрәк, поликарбонат ҡыйыҡты яңыһына алмаштырабыҙ, эскәмйәләрҙе төҙөкләндерәбеҙ. Ошо аҙнала бөтә эштәрҙе тамамларға, дүрт туҡталышты ремонтларға планлаштырабыҙ.
Яйлап бөтә туҡталыштарҙы тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Халыҡты ҡалабыҙҙы һаҡларға, Белорет уңайлы һәм матур булһын өсөн барлыҡ ҡоролмаларға һаҡсыл ҡарарға саҡырабыҙ.