Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
25 Апрель 2025, 10:16

Тауыш биреү башланды

21 апрелдә "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты сиктәрендә төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү башланды. Быйыл программа буйынса Белоретҡа Блюхер урамынан инеү урынында Еңеү паркы булдырабыҙ.

Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды

Хәҙер 2026 йылда төҙөкләндереләсәк биш объекттың береһен һайлап алыу мөмкинлеге бар:

1. Белоретта Блюхер урамындағы Еңеү паркы территорияһында Мәңгелек ут һәм өҫкө тематик майҙансыҡты үҙ эсенә алған Хәтер мемориалы ҡоролмаһы.

2. Еңеү паркы территорияһында тимер юл вагоны рәүешендә музей ҡуйыу.

3. Еңеү паркы территорияһында балалар өсөн уйын майҙансығы урынлаштырыу.

4. Еңеү паркы территорияһында ваҡиғалар майҙансығы һәм фронт нығытмаһы макетын урынлаштырыу.

5. Инйәр ауылындағы тимер юл станцияһы вокзал яны территорияһын төҙөкләндереү.

 

Дәүләт хеҙмәттәрендә нисек тауыш бирергә:

1. Тауыш биреүгә күсергә: pos.gosuslugi.ru/lkp/fkgs/?...

2. Дәүләт хеҙмәттәре логины һәм пароле менән инегеҙ.

3. Белорет районы буйынса "Тауыш биреү объекттары" бүлегендә  оҡшаған проектты һайлағыҙ һәм "Тауыш биреү" төймәһенә баҫығыҙ.

 

Финанслауҙы бүлеү өсөн 18 мең тауыш йыйырға кәрәк.

 

Автор:
Читайте нас