Экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл-ҡала биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған сараға һәр йылдағыса белореттар ҙа дәррәү ҡушылды. Тирә-яҡ мөхиткә битараф булмаған һәр кем бөгөн эш уртаһында ҡайнаны: олоһо ла, кесеһе лә, араларында уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, тотош коллективтар, баш ҡала һәм район етәкселәре, депутаттар булды. Район-ҡалаларҙың рәсми сайттарында, социаль селтәрҙәрҙә акциялар үтә торған урындар күрһәтелгән мәғлүмәт ҡуйылды. Уларҙа, тәбиғи, теләгән бер кеше ҡатнаша алды.
Был юлы белореттар Ленин урамында, “Металлург” стадионы янында, Белорет тренерҙарының хеҙмәт даны мемориалы янында алмағас, шыршы һәм спирея ҡыуаҡтары ултыртты.