Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Май 2025, 15:17

"Юлдарҙы мөмкин тиклем төҙөкләндерәбеҙ"

Белорет районында мөмкин тиклем юлдар менән шөғөлләнергә тырышабыҙ.

"Юлдарҙы мөмкин тиклем төҙөкләндерәбеҙ"
"Юлдарҙы мөмкин тиклем төҙөкләндерәбеҙ"

“Юлдарҙы  грейдер ярҙамында тигеҙләйбеҙ. Тергеҙеү эштәре “ Башкиравтодор”  - Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы көсө менән башҡарыла. Бөтә күсмә тибындағы юлдар тикшерелә, һәм миҙгел дауамында кәрәк булғанса, материал өҫтәп тә, эш алып барыла”, - ти район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.

Бөгөнгө көнгә түбәндәге юлдарҙа грейдинг үткәрелгән:

  Асы - Береш  - Исҡушты - Мулдаҡай - 9 саҡрым;

  Абҙаҡ - Мөхәмәт - 18 саҡрым;

  Абҙаҡ – Ҡаҫмаҡты - 6 саҡрым;

  "Абҙаҡ" балалар лагерына инеү урыны - 360 метр;

  Кәртәле Запаненә инеү урыны - 7 саҡрым;

  Кәртәлегә инеү урыны -  940 метр;

  Сермән - Сатра - Йәндек - 7,6 саҡрым;

  Олойылға станцияһы - Ишле - Туҡан - Егәҙе - 10 саҡрым;

  Береш – Берештамаҡ-  3,6 саҡрым;

  Берештамаҡҡа инеү юлы - 7,1 саҡрым.

Автор:
Читайте нас