Мәрхүмдәрҙе иҫкә алып, доға ҡылыу ғына етмәй, уларҙың мәңгелек йортон да тәртиптә тотоу фарыз. Был изге бурысыбыҙ, тип дәррәү тотондо Шауым зыяратын кәртәләүҙә Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Ҡарайылға ауылы халҡы.
Ир-аттар йыйылышып кәңәшләшкәндән һуң, тиҙ арала ауыл халҡы, ситтә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылып, аҡса күсерҙе һәм ауылдаштар эште башлап та ебәрҙе. Башта зыярат эсендәге ҡороған ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып, трактор менән һөйрәтеп, зыярат тышына сығара барҙылар. Һуңынан, йыйылған аҡсаға кәрәкле төҙөлөш материалдары (тимер бағана, прожилина, профнастил) һатып алынды. Ял көндәрендә күмәкләп өмәгә сыҡтылар. Ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәрен башҡарҙы, өмәселәрҙе йылы, тәмле аштары менән һыйланы. Һәр кем ҡулынан килгәнсә, был изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе.
Шәхси тракторҙары, үҙ ҡорамалдарын тотоп, Ҡарайылғанан Венер Мәхмүтов генераторҙарын, йәбештереү аппараттарын алып килеп, ярҙамлашты.
Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти, халыҡ мәҡәле. Ниһайәт, бер ай тигәндә Шауым зыяраты кәртәләп тә ҡуйылды. Ошо изге эште үҙ иңенә алып башҡарған Фәим Вәлиевкә, Айбулат Солтановҡа, бер көн дә ҡалдырмай йөрөгән Мөхәррәм Шәйәхмәтовҡа, матди яҡты хәл иткән, аҡсаһын йыйған Рәлиә Шәйәхмәтоваға, ауылдаштарға, Ҡарайылға ауылы халҡына, ситтән ҡайтып ярҙам итеүселәргә, аш-һыу тәрбиәләүселәргә һәм ошо изге эшкә ыңғай ҡарап, үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ауылыбыҙ исеменән сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да төҙөкләндереү эштәрен дауам итергә, тигән уй менән янып йәшәй Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡы. Атайсалына битараф булмаған яҡташтар маҡтауға лайыҡ! Барығыҙға ла һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә, донъя именлеге, татыулыҡ теләйбеҙ.
Эйе, һәр кем үҙ ерендә, үҙ ауылында тормошто үҙенсә ҡора. Кемдер район етәкселәренән ярҙам көтһә, икенселәре, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы халҡы кеүек, өмәләр үткәреп, ауыл тормошона йәм өҫтәп, матур йәшәүен дауам итә.
Миләүшә ВӘЛИЕВА.
Белорет.