Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
16 Июнь 2025, 15:49

Сәскә атҡан комбинат

Белорет металлургия комбинатында Металлургтар көнөнә арналған «Сәскә атҡан комбинат» конкурсы башланды.

Сәскә атҡан комбинат
Сәскә атҡан комбинат

Биләмәләрҙе төҙөкләндереү конкурсында предприятиеның цехтары һәм подразделениелары ҡатнаша. Конкурсҡа ярашлы, завод эшселәре беркетелгән участкаларын төҙөкләндерәсәк, үҙенсәлекле ландшафт объекттары һәм сағыу сәскә композициялары булдырасаҡ. Июль уртаһында мәртәбәле жюри эштәрҙе баһалап, «Комбинатым – сәскәгә күмелгән баҡса», «Тыуған көнөң менән, комбинат!”,  “Иң яҡшы сәскә түтәле”, “Иң яҡшы декоратив ландшафт төркөмө”,  “Комбинаттың иң төҙөк территорияһы” номинацияларында иң-иңдәрен билдәләйәсәк. Бынан тыш, награданы төҙөкләндереү процесында әүҙем ҡатнашыусы аласаҡ.

Конкурста еңеүселәр Металлургтар көнөнә грамоталар һәм дәртләндереүҙәр аласаҡ.

.

Автор:
Читайте нас