Әле лә әүҙем аҙнағолдар тыуған ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пуктының тирә-яғын төҙөкләндереү эштәрен тамамлай. Материалдар һатып алыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгәс тә, ауылдаштар әүҙем эшкә тотона. Ғөмүмән, аҡса йыйыуҙа ғына түгел, төҙөкләндереү буйынса үткән өмәләрҙә лә ихлас ҡатнаша.
ФАП-ты кәртәләү буйынса эштәр 2024 йыл аҙағында башланып, быйыл яҙын тамамлана. Бер нисә ай дауамында ярайһы уҡ ҙур эштәр башҡарылған.
Аҙнағолда әүҙем халыҡ йәшәй, уларҙы тик йыйырға ғына кәрәк. Ауылдаштар тәүҙә металл бағаналар ултыртып, профилен иретеп йәбештерә. Ҡапҡаһын эшләй, һуңынан евроштакетниктар менән уратып ала. Ҡатын-ҡыҙҙар профилдәрҙе буяһа, балалар ҙа ярҙамдан ситтә ҡалмай. Шулай уҡ, ир-аттар фельдшер-акушерлыҡ пунктының инеү урынын бетон менән түшәне, Дамир Фәтҡуллин эскәмйәләр эшләп ҡуйҙы. Ауыл халҡына уларҙы урынлаштырып, тирә-яғына сәскәләр сәсергә генә ҡалды.
Ауыл халҡы һәр ваҡыт халыҡты әйҙәп йөрөгән, аҡса йыйған, материалдар һатып алған депутат Вәсилә Фәтҡуллинаға айырым рәхмәттәрен белдерә.