Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
10 Август 2025, 11:19

Дәүерҙәрҙә ҡалыр хеҙмәт

Һуңғы бер нисә йылда республикала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау менән бер рәттән, хатта бәләкәй ҡалаларҙа ла йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтары булған заманса торлаҡ комплекстары ҡалҡа.

Дәүерҙәрҙә ҡалыр хеҙмәт
Дәүерҙәрҙә ҡалыр хеҙмәт

Белоретта ла был йәһәттән эштәр көйлө. Твердышев урамында, мәҫәлән, бөгөнгө көндә “Шыршы” (“Еловый”) торлаҡ комплексы төҙөлә. Магнитогорск ҡалаһының “Нигеҙ” (“Основа”) махсуслаштырылған төҙөүсе компанияһы тарафынан ғәмәлләшкән был ҙур проект өс һәм биш ҡатлы дүрт йорттан тора. Бер өйҙә, уртаса алғанда, 1-3 бүлмәле 50-70 фатир ҡаралған. Әлеге мәлдә тәүге йортта фасадты буяу, подъезды биҙәкләү, инженерлыҡ селтәрҙәрен, сантехниканы монтажлау, территорияны төҙөкләндереү эштәре тамамланыу өҫтөндә.

- Торлаҡ комплексы концепцияһын төҙөгәндә, тәү сиратта, был йорттарҙа йәшәйәсәк кешеләрҙең уңайлылығы тураһында ҡайғырттыҡ. Төҙөлөш, дизайн, торлаҡ зоналарын булдырыу бары тик заманса алымдар арҡылы тормошҡа ашырыла. Ихата эсендә йәмәғәт урындары функционаллеге менән айырылып тора. Комплекс иркен парковкалар, тротуарҙар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмалары һәм башҡа уңайлыҡтар менән йыһазландырыла. Йорт индивидуаль газ ҡаҙанлығы менән йылытыла, тимәк, фатирҙарҙа уңайлы температура буласаҡ. Һәр ҡаттан, фатирҙан иҫ киткес матур күренештәр асылыуы, 50 метр алыҫлыҡта ғына урман башланыуы ла был торлаҡ Дәүерҙәрҙә ҡалыр хеҙмәт комплексында йәшәүселәр өсөн отошло.

2018 йылда беҙҙең компания ҡаланың - Кооператив, 2020-лә Карл Маркс урамында урынлашҡан йорттарҙы файҙаланыуға тапшырҙы. Ғөмүмән, төҙөлөш, хеҙмәттәшлек йәһәтенән Белоретта бер ҡаршылыҡ та юҡ. Район хакимиәте лә һәр саҡ ыңғай килә. Әйткәндәй, ошо төҙөлөп ятҡан йорттан етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм граждандар категорияһына ҡараған йәштәр өсөн 13 фатир бүленгән. Сантехника ҡорамалдары, аш-һыу бүлмәһе плитаһы, газ, һыу, электр энергияһын иҫәпләү приборҙары менән йыһазландырылған, ремонтланған ыҡсым, таҙа фатирҙарға шунда уҡ инеп йәшәргә мөмкин буласаҡ. Эйе, хеҙмәтебеҙ ни ҡәҙәр ауыр булмаһын, үҙ эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреү, беҙ төҙөгән йорттарҙа кешеләрҙең бәхетле йәшәүен тойоу - иң ҙур баһа, - ти “Нигеҙ” махсуслаштырылған төҙөүсе компанияһының эш башҡарыусыһы Валерий Геннадьевич Ваняев.

Прораб әйтеүенсә, төҙөлөш эшендә ҡатмарлылыҡтар ҙа юҡ түгел.

Әлеге лә баяғы эшсе ҡулдар етешмәүе, тап ошо тармаҡ буйынса кадрҙарға ҡытлыҡ бәкәлгә һуға. “Нигеҙ” төҙөлөш компанияһының да күп кенә төҙөүселәре махсус хәрби операция зонаһына юлланған. Әле төҙөлөштөң һуңғы этабында бригадала ике тиҫтәнән ашыу эшсе тир түгә. Улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ ҡына. Өфө егете Рәвил Ғайсин - Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжы студенты. Дүртенсе йыл рәттән ул, йәйге каникулдар мәлендә, төҙөлөш эшендә бил бөгә. Әйткәндәй, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү инженеры һөнәрен үҙләштергән егет өсөн был өлкә ят түгел икән, “Атайым да ғүмере буйы төҙөлөш эшендә етәкселек итә”, - ти ул ғорурлыҡ менән.

Үҙ сиратыбыҙҙа, төҙөлөш тармағында ең һыҙғанып эшләгән барлыҡ фиҙаҡәрҙәрҙе августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнгән Төҙөүселәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, өряңы ҡаҙаныштар, уңышлы проекттар теләйбеҙ.

Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.

Автор фотолары. 

Автор:
Читайте нас