Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
18 Сентябрь 2025, 16:15

Рысыҡайҙар бит ул

Ауыл - ул тыуған йортобоҙ. Беҙ тыуған һәм үҫкән урын. Йәшәгән ереңә булған насар мөнәсәбәт - ул, иң тәүҙә, үҙеңә ҡарата кире ҡараш.

Рысыҡайҙар бит ул
Рысыҡайҙар бит ул

Тораҡ пункттарҙы комплекслы төҙөкләндереү мәсьәләләрен һөҙөмтәле хәл итеү халыҡтың ҡатнашлығынан, аңлауынан һәм ярҙамынан, йәмәғәтселек фекерен объектив иҫәпкә алмайынса мөмкин түгел. Сөнки ауыл биләмәһендә барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙың уңышы, күп йәһәттән, ауыл хакимиәтенең, ауыл биләмәһе советы депутаттарының, старосталарының һәм үҙ ауылы именлеге һәм төҙөклөгө өсөн хәстәрлек күргән  битараф булмаған, инициативалы халыҡтың берлектәге эшмәкәрлегенә бәйле. Бәләкәй генә ауылдарҙа ла урындағы халыҡ коллектив яуаплылыҡта һәм бер-береһенә ярҙам итеүҙә ысын көс булыуын иҫбатлай. Улар кемдәрҙеңдер яҙма планын һәм матди ярҙамын көтөп ятмай,  үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алып, һәр кем өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдыра. Нәҡ шундайҙарҙың береһе ул - Рысыҡай ауылы халҡы.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, кешеләр үҙ тырышлыҡтарының һөҙөмтәһен күргәс, артабан алға барырға, төҙөкләндерергә лә, тәртип урынлаштырырға ла, әҙер. Рысыҡайҙар ҙа шулай. Бер нисә йыл элек ауылдаштары, ситтә йәшәгән яҡташтары ярҙамы менән ауыл зыяратын кәртәләһә, йыл башында берҙәм көс менән фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһен кәртәләп, буяп та ҡуйҙылар. Тимәк, берҙәмлек, үҙ-ара ярҙам - ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереүҙең ҡеүәтле инструменттары. Әгәр һәр ауылда ойоштороусы ролен үҙ өҫтөнә алырға әҙер булған бер нисә кеше табылһа, эш тә бермә-бер алға китә. Рысыҡайҙарға борсолорға түгел, эште тиҙ генә ойоштороп, урын-еренә еткереп ҡуйырға әүәҫтәр.  
Рысыҡайҙың әүҙем халҡы йәйен дә буш торманы. Ауыл эсендәге ҡойоларҙы, йылға аша баҫма, мәҙәниәт йортона илткән күперҙе эшләп, тәртипкә килтерҙе. Ошо көндәрҙә Күперлебаш йылғаһы аша һалынған иҫке күперҙе яңы һәм ышаныслыһына ике көн эсендә алмаштырып та ҡуйҙылар.   
Алты метрлыҡ тимер-бетон плиталарҙы фермер хужалығы башлығы Динар Әбүбәкиров бирҙе. Ауыл халҡы йыйылған аҡсаға цемент һәм башҡа материалдар һатып ала. Биш берәмек техника йәлеп ителә. 
Күпер аша ауыл халҡы мәҙәниәт йортона йөрөй. Рысыҡайҙар уны бөтәһенә лә уңайлы итеп эшләне, баҫҡыс та, коляскалар өсөн пандустар ҙа ҡаралған, таянғыстар ҙа буялған.
“Ауылдаштар күмәкләгән - яу ҡайтарған девизы менән йәшәй. Шуға ла һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был юлы ла ике ҡойоно, баҫманы эшләү өсөн, кем ниндәй материал алып килә ала, барыһын да таптылар. Буяу, ваҡ-төйәк әйберҙәргә ауыл халҡынан аҡса йыйыуҙы Сәжидә Латыпова ойоштороп ебәрҙе. Йыйылған аҡсаға ҡаланан кәрәк-яраҡтар алып килде. Ә инде мәҙәниәт йорто алдына күпер өсөн Динар Әбүбәкиров плиталар бирһә, уны  Раян Латыпов краны менән һалып бирҙе. Таҡта менән Марсель Аҙнабаев ярҙам итте.
Ошо ҙур өмәне атҡарып сығарыусы ауыл активистары -  Азамат, Артур Әүбәкировтар,  Данир, Батыр, Алмаз Сөләймәновтар, Ғаян, Ғаяз Ҡанафиндар, Вячеслав Мөниров, Арсен Хәлилов, Альфред Әүбәкиров, Марат Хәлитуллин, Илдар Мөхәмәтйәров, Наис Ғимранов, Рәил Әфләтунов, Мәүлит Әүбәкиров, Мөхәмәт Бадалов, Фәнзил Ғимранов, Илфат Латыпов, Динар Мөхәмәтдинов, Илнар Һибәтуллин. Ә инде ауылдың уңғандары - Сәжидә Латыпова, Хәлимә Әфләтунова, Рәзилә Ғимранова, Илүзә Азаматова, Һылыу Иҫәнбаева, Гөлназ Түлебаева, Гөлгөнә Әүбәкирова, Рита Ҡанафина, Сулпан Сөләймәнова, Резеда Дәүләтбаева, Әлфиә Мәхмүтова, Гөлдәр Сөләймәнова матур итеп буяп та ҡуйҙы. Ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индергәндәре һәм битараф булмағандары өсөн бөтә халыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Ҡышҡа ингәнсе  ауыл осона стела ултыртырбыҙ, тип тә уйлайбыҙ әле.  Аллаһ бирһә, уныһын да атҡарып сығырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ”, - тине ауыл активисы Люциә Шайморатова.
Махсус хәрби операция зонаһындағы яҡташтарына ла даими ярҙам күрһәтә рысыҡайҙар. Әле лә турама әҙерләп, окоп шәмдәре эшләне.


Эльвира ХӘМЗИНА яҙып алды.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас