Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
29 Сентябрь 2025, 11:56

Иғтибар! Яңы туҡталыш

Асы һәм Берештамаҡ ауылдары араһында яңы тимер юл туҡталышы  - “Шәреташ” пункты барлыҡҡа килде.

Иғтибар! Яңы туҡталыш
Иғтибар! Яңы туҡталыш

Туҡталыш шул уҡ исемдәге ҡаялар итәгендә урынлашҡан һәм 27 сентябрҙән бында алты ҡала яны поездары, шул иҫәптән популяр туристик маршрут "Айғыр тау экспресы" туҡтаясаҡ.

Был урында экологик материалдарҙан заманса платформа төҙөлә, яҡтыртыу, бәләкәй архитектура формалары һәм Шәреташҡа илткән юлға уңайлы сығыу урыны ҡуйыла. Киләһе йыл һаҡланыу япмаһы ҡуйыу планлаштырылған.

Үткән шәмбелә туҡталышты асыу тантанаһы үтте. Телекүпер аша Өфөнән "Тимер юл туризмы" конференцияһында ҡатнашыусылар ҡушылды, ә Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров яңы туҡталышҡа старт бирҙе.

Шәреташ туристар һәм тәбиғәтте яратыусылар араһында бик популяр. Ҡаяларҙан Инйәр үҙәненең һәм тирә-яҡ һырттарының панорамаһы асыла. Элек Асы станцияһынан ҡая һуҡмағына тиклем туристарға яҡынса 4 саҡрым  барырға тура килһә, хәҙер был юл 600 метрға тиклем ҡыҫҡартылған.

“Республика Башлығы Радий Хәбировҡа, Рәсәй тимер юлдары һәм Куйбышев тимер юлы етәкселегенә ярҙамдары өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Был проект бөтә төбәгебеҙҙең туристик потенциалын асырға ярҙам итер”, - тип ышанам тине район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:
Читайте нас