Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
5 Ноябрь 2025, 17:30

Шишмә яңы төҫ алды

Районда береһенән-береһе әһәмиәтлерәк изге эштәр башҡарыла. Сосновкалар ҙа бындай сараларҙан ситтә ҡалмай. Ауыл биләмәһе башлығы Азамат Мөхәмәтйәров  етәкселегендә бер төркөм әүҙемдәр үҙенең тәмле, саф һыуын күп йылдар барыһына ла мул өләшкән шишмә эргәһен төҙөкләнде­рҙе.

Шишмә яңы төҫ алды
Шишмә яңы төҫ алды

Сосновка һәм Рысыҡай ауылдары араһында Әрүәк шишмәһе аға. Таҙа, саф һәм шифа һыулы  шишмә ҡышын да туңмай. Шишмә һыуына Сосновка һәм Рысыҡай халҡы ғына түгел, яҡын-тирәләге ауылдарҙан, ҡаланан да киләләр. Сығанаҡ күптән төҙөкләндереүгә һәм таҙартыуға мохтаж ине, һыу алырға төшөүе лә уңайһыҙ. Былар барыһы ла битараф булмағандарҙы шишмәне төҙөкләндереү буйынса изге эш башларға дәртләндерә лә инде. Ремонт күптән эшләнмәгән, таҡталар һәм бағаналар сереп бөткән, ял итеү урынына ла төҙөкләндереү талап ителә.

Ике көн дауамында, ямғырлы һауа торошона ҡарамаҫтан, шишмә биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барылды. Сосновканан Рәил Исрафилов, Салауат һәм Азамат  Мөхәмәтйәровтар, Зөлфәр Зыкрин, Рысыҡайҙан Рәил Әфләтунов, Шығайҙан Илһам Хәйруллин тырышып эшләне. Дамир Мохтаров ағас материалдары тәьмин итһә, Салауат Мөхәмәтйәров техника менән ярҙам итте. Беседканың ҡыйығын ябыу өсөн профлисты Белорет эшҡыуары Алик Лысюк биргән.

“Шишмә яны яңы төҫ алды. Һыу - йәшәү сығанағы. Кешеләр арттарынан сүп-сар ҡалдырмаһын һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараһын ине”,  - тиҙәр өмәселәр.

Автор:
Читайте нас