Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
17 Ноябрь 2025, 12:41

Һеҙ ауылдың шәп егеттәре!

Бәләкәй генә Рысыҡай ауылында һоҡланғыс кешеләр йәшәй. Йәштәр шул тиклем дәртле, дарманлы, егәрле, берҙәм. Ауылдың көнүҙәк мәсьәләләрен, ситтән ярҙам көтөп тормай, кәңәшләшеп хәл итә лә ҡуя.

Һеҙ ауылдың шәп егеттәре!
Һеҙ ауылдың шәп егеттәре!

Зыярат кәртәләгәндән һуң ҡалған аҡсаға, берҙәм тауыш менән, ауылға ингән ергә уның исеме яҙылған менән стела ҡуйырға килешкәйнеләр.
Изге эште ауыл депутаттары Альфред Әүбәкеров һәм Марат Хәлитуллин башлап ебәрҙе. Ауылдаштар эшкә дәррәү ҡушылып, башлаған эште еренә еткереп атҡарып та ҡуйҙы.
Тимерҙе иретеп-йәбештереү эштәрен Алик Аҙнабаев башҡарҙы.
“Ауылыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәренә ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.Һәр ваҡыт шулай бар яҡтан да ауылыбыҙ алдынғы булһын! Берҙәмлектә – көс!” – ти рысыҡайҙар.

Автор:
Читайте нас