Төҙөкләндереү
29 Апреля , 08:53

Туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә быйыл 12 популяр туристик объектҡа юлдар ремонтлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туристик объекттарға юлдар төҙөкләндереләТуристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә
Туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Шул иҫәптән «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына, Атыш шарлауығына һәм Көньяҡ-Урал ҡурсаулығына илткән Өфө – Инйәр – Белорет трассаһының 6 саҡрымы. Шулай уҡ был миҙгелдә Красноусол шифаханаһына, һыу сығанаҡтарына һәм Богородица-Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастырына бара торған Талбазы – Красноусол юлының 7,5 саҡрымын; Верхотор баҡыр иретеү заводына илткән Ишембай – Воскресенск – Мәләүез юлының 1,5 саҡрымын төҙөкләндереү планлаштырыла. 2026 йылда республикала милли проект буйынса бөтәһе 200 саҡрымға яҡын юл һәм дөйөм оҙонлоғо 1900 погон метр тәшкил иткән 15 күпер йүнәтелә.

Автор: