Төҙөкләндереү
2 Июнь , 07:31

Металлургтар предприятие территорияһын йәшелләндерә һәм биҙәй

Белорет металлургия комбинатында Металлургтар көнө уңайынан "Сәскә атыусы комбинат" конкурсы старт алды.

Металлургтар предприятие территорияһын йәшелләндерә һәм биҙәйМеталлургтар предприятие территорияһын йәшелләндерә һәм биҙәй
Металлургтар предприятие территорияһын йәшелләндерә һәм биҙәй

Комбинат биләмәләрен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса конкурс саралары предприятиеның төрлө цехтары һәм подразделениеларын үҙ эсенә аласаҡ. Был хеҙмәткәрҙәрҙең берләшеү һәм ландшафт дизайны өлкәһендә үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек буласаҡ.

1 июндән 10 июлгә тиклем ҡатнашыусылар комбинаттың үҙҙәренә беркетелгән участкаларын үҙенсәлекле ландшафт объекттары һәм сағыу сәскә композициялары менән биҙәйәсәк. Июль уртаһында конкурс жюриһы түбәндәге номинациялар – “Минең комбинатым  - сәскә атҡан баҡса” “Тыуған көнөң менән, комбинат!” ,  “Иң яҡшы сәскә түтәле” ,  “Иң яҡшы газон”,  “Иң яҡшы декоратив ландшафт төркөмө”  һәм  “Комбинаттың иң төҙөк территорияһы” буйынса билдәләнәсәк. Бынан тыш, матурлыҡты булдырыуға индергән өлөшө өсөн иң әүҙем ҡатнашыусыһы билдәләнәсәк.

Конкурста еңеүселәр грамоталар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә.

Автор:
Читайте нас