Төҙөкләндереү
17 Августа , 10:47

"Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ"

“Юл мәсьәләһе -ҡалалағы иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып ҡала. Бындай участкалар тиҫтәләгән, һәм уларҙың барыһын да бер юлы төҙөкләндереп бөтә алмайбыҙ. Аҡса бүленеүенә ҡарап, тәү сиратта, иң проблемалы участкаларҙы тәртипкә килтерәбеҙ.

"Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ""Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ"
"Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ"

Был этапта Блюхер урамындағы завод идаралығы янында ремонт эштәре тамамланды. Подрядсы Беренсе май (Первомайский) микрорайонына күсте, артабан ҡала юлдарында ремонт башлаясаҡ. Планда - 22 участка, шул иҫәптән ете төп сат: Октябрҙең 50 йыллығы - Косоротов, Ленин - Крупская, Октябрҙең 50 йыллығы - Ф. Алексеев урамдары киҫелештәре. Шулай уҡ Косоротов, Киров, К. Маркс, Тюленин урамдарында ла эштәр бара. Параллель рәүештә Октябрьский микрорайонында һәм Тимер юл күпере (Мост БЖД) урамында проблемалы участкаларға асфальт вағы түшәлде - ярҙамдары өсөн урындағы халыҡҡа рәхмәт белдерәм.

Республиканың Транспорт министрлығына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. Юлдарҙың төҙөклөгө өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, - ти район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов.



Автор:
Читайте нас