-4 °С
Ҡар
Хәл Межгорье ҡалаһында була, 3-сө мәктәптең V «б» класы уҡыусылары - Дмитрий Филатов, Арыҫлан Ҡазбулатов һәм Максим Скулкин һыу инеп йөрөгәндәрендә ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетеп ҡалалар. Яр буйынан һыу аҫтына китеп барған малайҙы аңғарып ҡала өс дуҫ. Юғалып ҡалмай, тиҙ генә ярҙамға ташланалар. Һыуға сумып, батып барыусыны һыу өҫтөнә этәреп сығара башлайҙар.
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы малайҙарҙы наградалау ҡағыҙы ебәрҙе.
Сос, бәлә ваҡытында юғалып ҡалмаған батыр уландар үҫтергән ата-әсәләренә ҙур рәхмәт. Афарин!