Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Сентябрь 2021, 10:07

Яҡташыбыҙ мәртәбәле премияға дәғүә итә

Телестудияның баш белгесе Айгөл Баһиман ҡыҙы мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше тураһындағы программалар циклы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итә.  

Яҡташыбыҙ мәртәбәле премияға дәғүә итә
Яҡташыбыҙ мәртәбәле премияға дәғүә итә

Айгөл Усманованың тамырҙары Мөхәмәт ауылынан. Өфөлә 1-се республика башҡорт гимназияһында уҡый, унан һуң БДУ-ның тарих факультетында юғары белем ала. Башҡортостан телевидениеһында 1996 йылдан бирле эшләй.

Телевидениела 25 йыл эшләү осоронда Айгөл Усманова Башҡортостандың мәҙәниәт, сәнғәт тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ фәһемле бик күп репортаждар әҙерләне. “Рампа. Культура Башҡортостана” (Өфө), “Музыкальный клондайк” (Мәскәү) журналдарында, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияларға художестволы каталогтар, йыйынтыҡтарға мәҡәләләр авторы ла ул.

Республикабыҙҙа үткәрелеп килгән “Туғанлыҡ”, “Берҙәмлек”, “Керәшен һыуыҡтары”, “Илһам шишмәләре”, “Звезды Белоречья”,”Аксаков көндәре”, “Зов Урала”, “Урал моңо”, ”Посвящаю тебе, моя Республика” һәм башҡа фестивалдәрҙең репортаждары авторы. Оҙаҡ йылдар ул “Евро-Уфа-Азия” мода форумының, йәштәрҙең “Алтын Тараҡ” төбәк-ара конкурстарҙың комментаторы булды.

Айгөл Усманова - “Розовая пантера”, ”Путешествие в Джазленд”, Рәсәй халыҡтары сәнғәтенең “Сердце Евразии”, Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәтенә арналған ”Петербургские сезоны в Уфе”,”Өфөлә Шаляпин кистәре” халыҡ-ара опера фестивалдәренең күҙәтеүсеһе, “Башкирская МАРКА”, “Свидание с джазом” программаларының алып барыусыһы.

Белорет район-ҡала тормошона арналған тапшырыуҙар авторы ла яҡташыбыҙ. Тарихсы булараҡ, район-ҡала тарихына, тау-завод эштәренә ҡағылышлы тапшырыуҙар, Үҙән, Сермән балалар йорто, ҡала приюты, Белорет металлургия комбинаты ветерандары, Ҡала көнөнә арналған фильмдар әҙерләне.

Шулай уҡ тележурналистың республикабыҙҙың сәнғәт әһелдәре, данлыҡлы шәхестәре, иҫтәлекле мөһим ваҡиғаларға арналған мәҡәләләре, репортаждары төплө әҙерләнә, ҡыҙыҡлы ла була. Авторҙың хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдар менән баһаланған. Рәсәй художниктар, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы Айгөл Усманова Рәсәй художниктар союзының бронза миҙалы (ТСХ.Москва,2018), Рәсәй Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2017), Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021) менән бүләкләнгән.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА,

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, «Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор» премияһы лауреаты.

 

* * *

Айгөл Усманова күп милләтле республикала йәшәгән башҡа милләт вәкилдәре тураһында ла материалдар әҙерләне. Уның репортаждары, ул һөйләйәсәк, күрһәтәсәк милләт кешеләренең мәҙәниәтен, тормошкөнкүрешен, тарихын төптән белеүе менән айырылып тора.

Айгөл Баһиман ҡыҙы менән “Рампа. Культура Башҡортостана” журналы буйынса коллегаларбыҙ. Уның классик музыка, опера, балет, джазға арналған мәҡәләләре ҡыҙыҡлы ла, уҡымлы ла .

“Беҙҙең йорт - Башҡортостан” телевизион эштәрендә автор Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре өсөн бик актуаль темалар менән сығыш яһай. Ошондай программалар һөҙөмтәһендә башҡа милләт халҡы бер-береһенең йәшәйеше, мәҙәниәте тураһында кәрәкле мәғлүмәт ала, бер-береһе менән дуҫ, татыу булырға тырыша, Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, уны яратырға, һаҡларға өйрәнә.

Журналистың башҡа темаларға арналған репортаждары ла, мәҫәлән, ауыл мәҙәниәт йорттарын, бәләкәй ҡалалар, театрҙары, “Театр - балаларға” программалары ла авторҙың тәжрибәле белгес икәнлеге, профессияһына тоғролоғо сағыла. Ул - үҙ һөнәре оҫтаһы.

Айгөл Усманова Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға бик лайыҡлы кандидат.

Элла МОЛОЧКОВЕЦКАЯ,

“Шорашим” гәзитенең баш мөхәррире.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: