Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Октябрь 2021, 10:35

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә - почта конверты

Октябрҙә профессор, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры  Гөлли Мөбәрәкованың 85 йыллығына конверт сығарылды. Был турала күп йылдар республика филателистар йәмғиәтенә етәкселек иткән Алексей Сухарев белдерҙе.

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә - почта конверты
Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә - почта конверты

Почта конвертының тиражы – 216 дана. Открытка баҫтырыу идеяһын Вячеслав Березин тәҡдим иткән. Дизайн авторы – Ж. Васюкова. 2017 йылдың декабрендә Почта музейы һәм Филателистар йәмғиәте СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналғанын да сығарғайны.

"Был эш менән 2012 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ. Күпселеге ҙур әһәмиәтле ваҡиғаларға, Советтар Союзы Геройҙарына, фән, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәренә арналған. Быйыл режиссер Михаил Рабинович, Өфөләге Рус драма театры, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Узиков һәм башҡалар иҫтәлегенә конверттар сығарҙыҡ. Данлыҡлы балерина Зәйтүнә Насретдинова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин, халыҡ рәссамы Борис Домашниковтың юбилейҙарына почта конверттарын эшләү планда бар", - тине Алексей Сухарев.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: