Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
2 Ноябрь 2021, 00:27

Хеҙмәтсәндәр бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн агросәнәғәт комплексы һәм аҙыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Хеҙмәтсәндәр бүләкләнде
Хеҙмәтсәндәр бүләкләнде

Дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар араһында – механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ һәм предприятие етәкселәре, агрономдар, малсылар һәм башҡа хеҙмәт кешеләре бар. 37 кеше орден-миҙалдарға, маҡтаулы исемдәргә, грамоталарға лайыҡ булды.

Республика етәксеһе биш районды ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн дипломдар менән бүләкләне. Хеҙмәт алдынғылары - Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Борай, Дыуан, Ауырғазы райондары.

“Туғыҙ ай эсендә республикала 117 млрд. һумлыҡ продукция етештерелде. Ҡатмарлы ҡоролоҡ шарттарына ҡарамай, 2, 2 млн. тонна иген, 900 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 300 мең тонна көнбағыш уңышы алдыҡ. Бындай һөҙөмтә – бөтә республиканың етешлеге һәм именлеге һөҙөмтәһе. Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары продукцияһы юғары баһаға лайыҡ була. Аграрийҙар янсығында 80 миҙал, яртыһынан күбеһе - алтын. Хөрмәтле дуҫтар, был яҡшы уңыш менән ҡотлайым һеҙҙе!” – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: