Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Ноябрь 2021, 10:01

Әсәйҙәргә байрам бүләге

Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев райондың бер төркөм әсәйҙәрен байрам менән ҡотланы. 

Әсәйҙәргә байрам бүләге
Әсәйҙәргә байрам бүләге

Абруйлы әсәйҙәр - Туҡан ауылы хакимиәте башлығы Әлфиә Фәтих ҡыҙы Сәмиғуллинаға, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 2-се филиалының әйҙәүсе китапханасыһы Ләйсән Ғаяз ҡыҙы Әбсәләмоваға, Сермән урта мәктәбе логопеды Зөлфиә Шамил ҡыҙы Хәтиуллинаға, ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса тренеры Лилиә Булат ҡыҙы Шобуховаға, Үҙәк район клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Светлана Алексеевна Горбатоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, ғаиләләренә именлек теләне.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: