Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Декабрь 2021, 15:59

"Атайсал"ға һин дә ҡушыл!

Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

"Атайсал"ға һин дә ҡушыл!
"Атайсал"ға һин дә ҡушыл!

Йөҙҙәрсә кеше йылдар дауамында шулай эшләй ҙә: аҡсалата, техника менән ярҙам күрһәтә йәки төрлө эштәрҙә шәхсән ҡатнаша. 

«Урындарҙа төҙөкләндереү, уңайлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән "Атайсал" проектында биш яҡташыбыҙ алты проектты тормошҡа ашырҙы. Яҡташтырыбыҙҙы исемләп яҙып үткем килә, - тине район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә. -  Район депутаты, Урал спорт инвентарҙары заводы директоры Азат Вилданов Сермәндә миллион һумлыҡ балалар майҙансығы төҙөнө, Миллион һумға яҡын ярҙамды Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Абҙаҡта хоккей ҡабы төҙөлөшө өсөн бүлде.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Флүр Уразмәтов, бағыусылар ярҙамында, Берештамаҡта янғындан зыян күргән ғаиләгә 120 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ депутат Ҡоҙғон-Әхмәр фермеры Илгиз Һаруновҡа орлоҡ һатып алыуҙа өлөш индерҙе.
«Атайсал» проекты сиктәрендә Сермән ауылында «Ҡатай йәштәре йыйыны» үтте. Республиканың Милли музейының ғилми хеҙмәткәре Илдар Шәрипов йыйынды ойоштороуҙа ярҙам итте.

Йәштәрҙең ял үҙәге янындағы «Доблесть» хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илнур Әхмәтшин Мырҙағол Мәргән байрамын ойоштороуҙа ойошҡанлыҡ күрһәтте.

Барыһына ла ярҙамдары өсөн рәхмәт!.

Әгәр ҙә яҡташтарығыҙға ярҙам итергә теләгегеҙ бар икән,  ataisal.ru сайтына инеп ярҙам итергә теләгән проектты һайлағыҙ йәки үҙегеҙҙекен тәҡдим итегеҙ».

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: