-5 °С
Болотло
Ә бына Салауат ҡалаһында үткән торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” төбәк конкурсында ҡатнашып, “Слесарь-электрик” номинацияһында III урын яуланы.
Конкурста барлығы 90 эшсе үҙ көсөн һынаны. Улар – зональ этап еңеүселәре. Төбәк ярышы башланыр алдынан конкурсанттар хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж үтте. Ярыш теоретик һәм практик өлөштәрҙән торҙо. Жюри ярышта ҡатнашыусыларҙы бер нисә критерий: тиҙлек, башҡарылған эштәр сифаты буйынса баһаланы.