Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Декабрь 2021, 15:05

Мемориаль таҡтаташ асылды

Ошо көндәрҙә Межгорье ҡалаһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажинға мемориаль таҡтаташ асылды, уға арналған митинг үтте. Башланғыстың авторы - Вилмир Әбүбәкеров.

Мемориаль таҡтаташ асылды
Мемориаль таҡтаташ асылды

Тантанала геройҙың балалары - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Вәкил Хажин, педагогик хеҙмәт ветераны Шәрғиә Хажина, ейәндәре - Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин, Эльвира Яҡшыдәүләтова, Флүрә Танһыҡҡужина, Шәүрә Нәғимова ҡатнашты.

Абруйлы ҡунаҡтар - медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Марсель Тойғонов, Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы доценты Нурислам Ҡалмантаев, Рәсәйҙең - атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, Межгорье ҡалаһының почетлы гражданы Вәрис Шәнгәрәев та яугирҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Исмәғил Мөхәмәтхажи улы Хажин 1901 йылдың 19 сентябрендә Бирҙеғол ауылында тыуған. 1942 йылда үҙенең аты менән фронтҡа киткән. Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хәрби юлын башлаған. Фронттан 1945 йылдың авгусында әйләнеп ҡайтҡан. Исмәғил Мөхәмәтхажи улы, уға бирелгән наградаларҙы, дошман булһа ла, кеше ғүмерен ҡыйған өсөн лайыҡһыҙ тип иҫәпләп, ҡабул итеүҙән баш тартҡан. Шулай ҙа, һуғыштан һуң ветеранға хәрби ҡаҙаныштары өсөн почта аша ебәрелгән рәхмәт хаттары һаҡланған.

Ул ҡатыны Сәлимә Әхтәм ҡыҙы менән бергә балаларына юғары белем биргән, уларҙың бишәүһе уҡытыусы булып киткән. Исмәғил Мөхәмәтхажи улы корпус командиры генерал-майор М. Константиновты, дивизия командиры Г. Беловты, полк командиры Т. Күсимовты шәхсән белгән. Уларҙы һәр саҡ ғорурлыҡ, һоҡланыу менән иҫкә төшөргән.
Исмәғил Мөхәмәтхажи улы 1996 йылда вафат булған, Бирҙеғол ауылында ерләнгән.

Балалары уның тураһында түбәндәге хәтирәләр менән бүлеште:
«Атайым һуғыш тураһында һөйләргә яратманы. Ул ныҡ диндар кеше инее, һуғыш, миҙалдар, ордендар тураһындағы һорауҙарға: «... Һуғыш – ҡанлы, дәһшәтле, ҡурҡыныс ғәмәл, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә һәм балаларығыҙға уны күрһәтмәһен. Ә наградалармы? Минең өсөн иң ҙур награда – һеҙ: ғаиләм, ҡатыным, балаларым!».

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: