Игорь Окользин – эҙләү-ҡотҡарыу подразделениеһының дүртенсе смена начальнигы. 19 йыл эшләү дәүерендә 1500 эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашып, 500 кешене бәләнән ҡотҡарған.
Ринат Фәйзуллин – 28-се янғын-ҡотҡарыу отрядының начальник урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры. Уның компенетенциһында - тораҡ пункттарҙа янғындар һүндереү. 18 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә урман янғындарын ауыҙлыҡлауҙа ла ҡатнашҡан.
Башҡортостан биләмәһендә урман янғындарын һүндереүҙә актив ҡатнашҡан белореттар ҙа билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән эҙләү-ҡотҡарыу подразделениеһының смена начальнигы Александр Финаев. Белеүегеҙсә, ул яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ҡотҡарыусыһы тип танылғайны. Республика Башлығының Рәхмәт хаттарына ҡотҡарыусылар Алексей Плохов һәм Евгений Пахомов лайыҡ булды.