Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
12 Февраль 2022, 17:14

"Тел – халыҡтың йәне, изге ҡиммәте, намыҫы"

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһы әҙерләй һәм төбәгебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡыясаҡ, тип хәбәр иткәйнек.

"Тел – халыҡтың йәне, изге ҡиммәте, намыҫы"
"Тел – халыҡтың йәне, изге ҡиммәте, намыҫы"

Проект Башҡортостандың халыҡ шағирының 90 йыллығына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлана. Ойоштороусылар билдәләүенсә, был — халыҡтар дуҫлығы проекты, донъялағы барлыҡ телдәргә, мәҙәниәттәргә хөрмәт билдәһе. Берҙәм эште Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ойошторған.
"Туған тел"дең рус, белорус, украин, саха телдәренә тәржемәһе бар. Быйыл исемлек тулыландырылған — хәҙер ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә яңғырай. Тәржемәләр профессионалдар, шул уҡ ваҡытта ябай шиғыр һөйөүселәр тарафынан эшләнгән.
Мәҫәлән, Балоглан Джалил, азербайжан шағиры, тәржемәсе, халыҡ-ара конкурстар лауреаты былай тип белдергән:
“Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын уҡып сыҡҡас та халҡым тураһында, үҙем тураһында уйландым. Башта хатта шиғырҙы үҙем яҙған кеүек тойҙом, сөнки күңелемдә туған телемә ҡарата ниндәйҙер аңлап бөтөргөһөҙ һөйөү кисерҙем. Тап ошо хистәр, халҡыма мөхәббәт мине был шиғырға йәлеп итте. Рәми Ғарипов туған телен ғүмеренә ҡарата ла нығыраҡ яратҡанын аңланым – был шиғырҙың һәр юлында һиҙелә. “Туған тел”де бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәржемә иттем. Миңә бөйөк шағирҙың рухы һәм ижады бик яҡын”, – ти ул.
Яҙыусы Мамед Хәлилов иһә "Туған тел" шиғыры Рәми Ғариповтың үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булып тора, тип билдәләй.
“Был шиғырҙа Рәми, тәү сиратта, шиғриәтте үҫтереүҙе туған телде һәм мәҙәниәтте тәрән өйрәнеү һәм үҙләштереү нигеҙендә генә тормошҡа ашырып булыуы хаҡында һөйләй. Ҡайһы бер юлдар тел үҫешенең юғары сағылышы булараҡ, халыҡ рухы эстетикаһын күрһәтә. Артабан, минең туған телем тип, шағир башҡорт теле тураһында ғына түгел, ә башҡа телдәр тураһында ла әйтергә теләй, сөнки һәр тел үҙенсә бөйөк, ҡабатланмаҫ”, – ти Мамед Хәлилов.
Шағирә, тәржемәсе, «Тангчолпан» ҡумыҡ журналының баш мөхәррире Супиянат Мамаева билдәләүенсә, талантлы башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың туған тел тураһында шиғырын уҡыған һайын шуға инана: был темаға донъяның аныҡ фекер йөрөткән бар шағирҙары ла мөрәжәғәт иткән.
«Тел – халыҡтың йәне, изге ҡиммәте, намыҫы. Ысын патриоттар булараҡ, уны Тыуған илебеҙ кеүек яратырға, һаҡларға тейешбеҙ – беҙ бер-беребеҙҙән айырылғыһыҙ. Туған телгә ҡарашыбыҙҙа уны йөрөткән халыҡҡа ҡарата мөнәсәбәтебеҙ сағыла. Туған телегеҙҙе һаҡлағыҙ! Ата-бабаларыбыҙ юлын лайыҡлы дауам итәйек!”– ти Супиянат Мамаева.
Ҡырғыҙ шағирәһе, тәржемәсе, драматург Алтынай Темирова билдәләүенсә, Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырында авторҙың туған теленә мөнәсәбәте сағыу һәм үҙенсәлекле.
“Ул туған теленә сикһеҙ һөйөүе аша халыҡ мираҫы менән үҙенсәлекле параллелдәр үткәрә, сөнки халыҡ күңеле тап уларҙа йәшәй. Туған телдең төп ҡиммәте бына ниҙә! Ул – быуындар араһындағы тере бәйләнеш, милләттең генетик коды. Туған телде белһәк, тыуған ерлебеҙ, тамырлыбыҙ, үҙ күгебеҙ бар! Мин Рәми Ғариповтың – ошондай ҡиммәтле ҡомартҡы ҡалдырған арҙаҡлы шағирҙың, классиктың, һоҡланғыс кешенең – ижады менән танышҡаныма сикһеҙ шатмын”, – тип яҙа ҡырғыҙ шағирәһе.
Шиғырҙың тәржемәләре БСТ телеканалының социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарына ҡуйылған. Әйткәндәй, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын рус телендә билдәле спортсы, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Н. Валуев, Рәсәй актерҙары К. Хабенский, Д. Спиваковский уҡыған. Был тағы бер тапҡыр проекттың ваҡытлы, урынлы һәм ҡыҙыҡлы булыуын иҫбатлай. Сараға башҡа халыҡ вәкилдәре, шағирҙары ихлас ҡушылды, Рәми Ғариповтың үлемһеҙ ижадын баһаланы, акцияла әүҙем ҡатнашты һәм ҙур ижади берҙәмлектең өлөшөнә әүерелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: