Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Март 2022, 14:29

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

29 ғинуар төнөндә Белоретта Вил Байрамғәлин урамдан үтеп барғанда яҡындағы бер өйгә ут тоҡанғанын күрә.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Барып етеүенә, бер ҡатын һәм бала ялан аяҡ, өҫ кейемһеҙ генә ҡарҙа баҫып торған. Байрамғәлин икеһен дә автомобиленә ултыртып, йылы кейемдәр биргән. Шунан тиҙ генә янғын һүндереүселәрҙе саҡырған.

Вил өйҙән сығып килгән өс кешегә лә ярҙам иткән, үтеп барыусылар менән автомобилде һәм мотоциклды гараждан этәреп сығарған. Артабан ул әсә менән баланы ҡаланың икенсе районындағы туғандарына илтеп ҡуйған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында Вил Байрамғәлинды бүләкләү тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: