Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Апрель 2022, 14:12

Мәсеткә ярҙам иткәндәр

Белорет  блогеры Гөлфиә Мөхәмәтдинова ураҙа тотҡан дуҫтары менән бергә төҙөлөп ятҡан мәсеткә ҙур ярҙам күрһәткән.

Мәсеткә ярҙам иткәндәр
Мәсеткә ярҙам иткәндәр

«Рамаҙан айында мәсеткә ярҙам итергә тигән ниәтемде үтәнем. Ураҙа тотоусыларға, миңә ышанып, аҡса тапшырыу тигән уйымды хуплап сыҡҡандары өсөн ҙур рәхмәт. Шулай итеп, был мәсет төҙөлөшөнә һәр кемебеҙ үҙ өлөшөн индерҙе. Мәсеткә ярҙам итеү – ҙур сауап, тип уйлайым. Йәмғеһе 46 мең һум тирәһе аҡса йыйылғайны, үҙемдән дә өҫтәп, 50 меңгә тултырып, Бөрйән районының Мораҙым ауылында төҙөлөп ятҡан мәсеткә илтеп тапшырҙым. Рәмил хәҙрәт бик ҡыуанып ҡабул итте, доғалар уҡып, һәр кемегеҙгә һаулыҡ теләне», - тип белдергән блогер үҙенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

Изге Рамаҙан айында изгелек ҡылыу хуплауға лайыҡ. Афарин!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: