Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
19 Апрель 2022, 17:22

Кеме иң популяр?

Социаль селтәрҙәр күптән инде заманса интернеттың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Бында беҙ ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән танышабыҙ, аралашабыҙ, тәьҫораттарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ.

Кеме иң популяр?
Кеме иң популяр?

Министрлыҡ һәм ведомстволарҙың социаль селтәрҙәрҙәге әүҙемлеге хаҡында һөйләгәйнек инде, бөгөн Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БСТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә хакимиәттәрҙең һәм район башлыҡтарының интернеттағы эше тураһында һүҙ барҙы. Кем күберәк лайктар йыйған, кемдәрҙе күберәк ҡарағандар - хәҙер һүҙебеҙ ошо хаҡта.

Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы башлыҡ иң популяр?

Өфө мэры Ратмир Мәүлиевтың 21 мең яҙылыусыһы бар. Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм Стәрлетамаҡ башлығы Рөстәм Ғәзизовтың 13-шәр мең яҙылыусыһы бар. Топ-биш исемлегенең аҙағында - Игорь Миронов (Салауат) һәм Рөстәм Шәмсетдинов (Мәләүез районы). Башлыҡтарҙың күбеһе социаль селтәрҙәрен рус телендә алып бара, әммә яҙылыусылар менән башҡорт телендә аралашҡан башлыҡтар ҙа бар.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: