Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Август 2022, 17:18

Билдәле шәхескә - таҡтаташ

Ғүмеренең 22 йылын ҡеүәтле индустрия - Белорет металлургия комбинаты менән етәкселек итеүгә бағышлаған Вадим Анатольевич Кулешаға мемориал таҡтаташ ҡуйылды. Таҡтаташты тантаналы асыуҙа муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Сергей Федоров, Башҡортостан Республикаһының тау-металлургия профсоюздары рәйесе Дамир Сабуров һәм етәксенең ҡулы аҫтында эшләү бәхете тейгән, уны белгән белореттар, коллегалары, туғандары ҡатнашты.

Билдәле шәхескә - таҡтаташ
Билдәле шәхескә - таҡтаташ

Вадим Анатольевич Кулеша 20 меңләп эшсеһе, хеҙмәткәре иҫәпләнгән ҡеүәтле предприятие менән идара итеп кенә ҡалмай, ҡаланың социаль үҫешенә лә ҙур өлөш индерә. Күп балалы ғаиләләр өсөн Морат биҫтәһендә төҙөлгән коттедждар, 12- се һәм Октябрьский биҫтәләрендәге күп ҡатлы йорттар, дөйөм ятаҡхана, “Металлург” стадионы һәм бассейны, һәләтле балалар өсөн Белорет компьютер мәктәбе, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ла нәҡ уның башланғысы менән булдырыла. Вадим Анатольевичтың төп бурысы - “Белорецкий” совхозы иҫәбенә белореттарҙы һәм комбинат эшселәрен төп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. Комбинатҡа ҡараған белем учреждениелары, ашхана йәшелсә, ит менән тәьмин ителә. Һәр береһендә тиерлек йәшелсә һаҡлағыстар булдырыла. Ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған ветерандар өсөн йорт төҙөлә. Был да уның шәхсән ярҙамы. Һаулыҡ һаҡлау системаһы ла етәксенең ҙур ярҙамын күрә, дауаханаларға медицина ҡорамалдары алып бирә. Уның башҡа тармаҡтарға бүленгән ярҙамынан ҡайһы берҙә металлургия комбинаты ла зыян күрә. Әммә ләкин Вадим Анатольевичты был туҡтатмай.

- Билдәле шәхес менән шәхсән таныш булмаһам да, уның тыуған ҡалаһы, туған комбинаты өсөн башҡарған изге эштәре менән танышмын. Ошондай бөйөк шәхес, үҙ эшенең оҫтаһы, көслө һәм хөрмәтле етәксе менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләүе лә минең өсөн ҙур мәртәбә булыр ине. Күп йылдар дауамында вазифалы урындар биләүенә ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт оҫта, абруйлы етәксе, үҙ эшен яратҡан шәхес булып ҡала. Ҡулы аҫтында эшләгән эшсеһе менән дә, етәкселек менән дә бер тигеҙ аралаша белеүе лә маҡтауға лайыҡ. Ошондай шәхестәрҙе хөрмәт итәбеҙ, уларға тиңләшергә тырышабыҙ, өлгө алабыҙ, - тине муниципаль район хакимиәте етәксеһе Андрей Иванович.

Комбинаттың ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин, Вадим Кулешаның туғаны, техник фәндәр кандидаты Наталья Клековкина, БМК медсанчасының элекке баш табибы Нина Мордвинова йыйылыусылар алдындателмәр тотто, Вадим Анатольевичты яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды.

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Белорет ҡалаһы һәм районының маҡтаулы гражданины, ярты быуат туған комбинатында намыҫлы хеҙмәт иткән, яуаплы вазифабиләгән Вадим Анатольевич Кулеша йәшәгән йортҡа мемориал таҡтаташҡуйыу шәхестең 90 йәше, Белорет ҡалаһы һәм металлургия комбинатына260 йыл тулыу менән тура килде.

Йәш белореттар таҡтаташҡа ҡарапбилдәле шәхес тураһында күберәкбелергә тырышыр, уның менән ғорурланыр тигән өмөттә ҡала етәкселәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: