Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Сентябрь 2022, 20:32

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Атай ҡаһарманлығы” наградаһына өсөнсө республика конкурсы финалсыларын билдәләне. 

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Конкурсҡа бөтәһе 218 заявка килгән. Документтарҙы ҡабул итеү 1 августа тамамланды.

“Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһын алыу өсөн спорт, дини, йәштәр йәмәғәт ойошмалары, төрлө предприятие, белем биреү, медицина, коммерция структуралары хеҙмәткәрҙәре, пенсионерҙар, фермерҙар, хәрбиҙәр һәм башҡа хеҙмәт кешеләре ҡатнашты.

Конкурста иң әүҙем ҡатнашҡан райондарҙы ла билдәләп үтке килә. Бына улар: Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Көйөргәҙе, Туймазы, Өфө райондары, шулай уҡ Өфө һәм Сибай ҡалалары. Еңеүселәр исемлегендә - 38 кеше. Улар тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса иң юғары балды йыйған. Был атайҙарҙың күпселеге Өфө ҡалаһынан, Белорет, Учалы һәм Краснокама райондарынан.

“Был награда юҡҡа ғына “Атай ҡаһарманлығы” тип аталмай. Тап уға ярашлы булған атайҙарҙы һайларға тырыштыҡ. Бөтә номинанттар ҙа еңеүгә лайыҡлы, квота ҙурыраҡ булһа, награданы барыһына ла тапшырыр инек”, – тине “Башҡортостан атайҙары советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сынтимер Баязитов.

Быйыл ҡатнашыусылар араһында йәш атайҙар күп. Иң оло йәштәге атай Белорет районынан 86 йәшлек пенсионер, элекке мәктәп директоры Нурулла Миһранов та бар.  Ул район баҫмаһы "Урал" гәзитенең күптәнге дуҫы, оҙаҡ йылдар яҙмалары менән ҡыуандырып торған әүҙем шәхес. 

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 20 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк.

Фото: ”Башинформ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: