Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
7 Октябрь 2022, 11:58

Кем «Халыҡ участковыйы» булыр?!

Бөгөн «Халыҡ участковыйы — 2022” Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабы старт алды. Ил халыҡсан полиция хеҙмәтенән иң яҡшы тәртип һаҡсыһын һайлаясаҡ.

Кем «Халыҡ участковыйы» булыр?!
Кем «Халыҡ участковыйы» булыр?!

7 октябрҙән 16-һына тиклем “Халыҡ участковыйы” икенсе төбәк этабы үтә. Этап еңеүсеһе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан Республикаһын намыҫын яҡлаясаҡ.

Быйылғы конкурста Белорет районынан өлкән участка уполномоченныйы Азат Салауат улы Ғәлимов ҡатнаша. Участка уполномоченныйы Сермән ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндерә. Ауыл халҡы Азат Салауат хөрмәт итә һәм уға ышана. Полицияның өлкән лейтенанты Ғәлимов, ысын мәғәнәһендә, халыҡ участковыйы. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Уға аҙнағолдарҙы бүренән аралап ҡалыу өсөн табель ҡоралын да ҡулланырға тура килә. Ауыл халҡына ҡурҡыныс янағанда, участковый уйлап та тормай ярҙамға ташлана. Ауырыу ҡырағай йыртҡысҡа ҡаршы сыға.

Белореттарҙы онлайн тауыш бирергә һәм Азат Ғәлимовты күтәрергә саҡырабыҙ.

Онлайн тауыш биреү Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса рәсми сайтында https://02.мвд.рф/folder/32804220 һылтанмаһы буйынса үтә. Бөтә Рәсәй конкурсы кандидатының анкетаһын асыу өсөн конкурсанттың исем-шәрифенә баҫығыҙ. Фотолағы «Тауыш биреү» төймәһенә баҫҡас, код менән «тәҙрә» асыла. Кодты йыйғандан һуң, тауыш биреү тамамлана.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: