Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
10 Октябрь 2022, 16:12

Тауыш биреү башланды

Ҡала йорттарының береһендәге сағыу граффитиға күптәр иғтибар иткәндер.

Тауыш биреү башланды
Тауыш биреү башланды

Талантлы рәссам Артур Музиповтың “Күсмә халыҡтарҙы ҡурсалаусы” («Покровительница кочевников») картинаһы өсөн тауыш бирергә ваҡыт етте. Рәссам был эше менән "ФормART" Волга буйы федераль округы фестивалендә Башҡортостан намыҫын яҡлай.

Иң яҡшы эштәргә тауыш биреү башланды. Фестивалдә Рәсәйҙең республика һәм өлкәләренән 14 эш ҡатнаша.

Телефоныңда 8 (800) 301-50-23 һандарын йый ҙа (шылтыратыу бушлай), эштәрҙең шәхси һандары буйынса (1-ҙән 14-кә тиклем) билдәлә. Башҡортостан 1 һаны аҫтында сығыш яһай. Тимәк, 1 төймәһенә баҫаһығыҙ.

Тауыш биреү 23 октябргә тиклем дауам итә.

Фото һәм видеоларҙы  formartpfo.ru  һылтанмаһында («Финалистар» ҡушытаһында) табырға мөмкин.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: